Көп бирелеүсе һорауҙар (Башҡорт теле)

Ортатил тигәнебеҙ нимә?

Ортатил — бөтөн мосолман булған төрки телле халыҡтар өсөн иң яҡшы аңлашылыусы аралашыу теле.

Нигеҙ итеп ниндәй төрки телдәр алынған?

Телдәр 3 диалект төркөмөнә бүленә: Уғыҙ, Карлук һәм Ҡыпсаҡ.

  • Уғыҙ төркөмө
    • Төрөк теле
    • Азербайжан теле
    • Төркмән теле
    • Ҡырымтатар теле
  • Карлук төркөмө
    • Үзбәк теле
    • Уйғыр теле
  • Ҡыпсаҡ төркөмө
    • Ҡаҙаҡ теле
    • Ҡырғыҙ теле
    • Ҡараҡалпаҡ теле
    • Татар теле
    • Башҡорт теле
    • Ҡарасай-балҡар теле
    • Ҡумыҡ теле
    • Нуғай теле

Ни өсөн нигеҙҙә мосолман халҡы һөйләшкән төрки телдәр һайланған?

Мосолман төрки халыҡтар ғәрәп һәм фарсы телдәренең көслө йоғонтоһонда булған, уларҙан ингән һүҙҙәрҙең өлөшө 50 проценттан артып китә. Әгәр сыуаш йәки саха (якут) кеүек мосолман булмаған халыҡтарҙың телдәрен ҡушһаҡ, Ортатилдең аңлашылыу дәрәжәһе шаҡтай түбәнәйергә мөмкин.

Ортатил яһалма телме?

Был һорауға «эйе» лә, «юҡ» та тип яуап биреп була. Ортатилда башҡа төрки телдәрҙә булмаған һис ниндәй элемент юҡ. Шул уҡ ваҡытта, ул булған телдәрҙең береһенә лә тулыһынса тура килмәй һәм әлегә бер кемдең дә ана теле түгел. Уны йәмғиәт тарафынан ҡабул ителгән уртаса стандарт сифатындағы әҙәби тел менән сағыштырырға була.

Ортатил нисек формалаша?

Проект биш этаптан тора:

  1. Тел төркөмдәрен формалаштырыу.
  2. Әлифба һәм фонемаларҙы һайлау (фонетика, яҙыу ҡағиҙәләре).
  3. Грамматик ҡағиҙәләрҙе һайлап алыу (морфология, синтаксис).
  4. Лексиканы һайлау (семантика).
  5. Һәр төрки телдән берәр әҙәби китапты тәржемә итеү.

Ни өсөн булған төрки телдәрҙең береһе һайланмаған?

Элек аралашыусы телде һайлау буйынса бәхәстәр булған. Мәҫәлән:

  1. Һөйләшеүселәр һаны күп булғанға күрә, төрөк телен аралашыу теле итеп ҡабул итеү.
  2. Башҡа төрки телле халыҡтарға аңлашылыуы иң еңел тел тип һаналған азербайжан телен уртаҡ тел итеү.
  3. Уғыҙ һәм карлук диалекттарының элементтары булған үзбәк теленең хорезм диалектын ҡулланыу.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә ҡайһы бер төрки халыҡтар үҙҙәрен төрки тип тоймай. Шуға күрә беҙ фарсы теленән ингән «төрки» һүҙен ҡулланабыҙ. «Үзбәк төрки теле» йәки «ҡаҙаҡ төрки теле» тип атау ынтылыштары уңышлы булманы. Төрөк телен башҡа төрки халыҡтарға ирекле рәүештә ҡабул иттереү ауыр, бәлки мөмкин дә түгелдер.

Төрки халыҡтарҙың күбеһе Рәсәй империяһы иҙеүендә булған, уларға рус теле көсләп өйрәтелгән. Төрөк телен мәжбүри тағыу үткәндәге иҙеү менән бәйле кире ассоциациялар тыуҙырырға мөмкин.

Шуға күрә иң дөрөҫ юл — уртаҡ, аңлашыла торған һәм нейтраль аралашыу телен булдырыу.

Ортатил — яңы идеямы?

Юҡ, уртаҡ тел яһау идеяһы элек тә булған, айырыуса йәдитселәр осоронда. Мәҫәлән, Исмәғил Ғаспринскийҙың 1839 йылғы JALPI проекты. Ул ваҡытта мәғлүмәти технологияларҙың үҫмәүе телдең киң танылыуына ҡаршылыҡ тыуҙырған.

Хәҙерге мәғлүмәти технологиялар был проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, иншаАллаһ.